Айгөл Малик ҡыҙы беҙҙе үҙ балалары кеүек күреп бар күңел йылыһын һалып йырларға, бейергә өйрәтте, кәңәштәрен бирҙе. Минең өсөн һәр яҡлап үрнәк булды. Әле лә уның менән бәйләнеш өҙөлмәгән, ҡайтҡан һайын күрешеп ,серләшеп алабыҙ.
Бөтәбеҙҙең дә бала -саҡ хәтирәләре иң тәүҙә тыуған ер,атай ,әсәй, мәктәп ,ҙур тормошҡо сығыу өсөн белем биргән укытыусыларға барып тоташа.
Кеше ниндәй генә вазифаһын биләмәһен, уҡытыусыһын һағынып иҫкә ала. Миндә уҡытыусымды һәр ваҡыт бигерәк тә ауыр саҡта иҫкә алам һәм ярҙам һорайым. Уның һәр һорауға яуабы әҙер.
Был үрҙәргә менеүемә ,тик Айгөл Малик ҡыҙына ғына рәхмәтлемен. Һөнәр һайлау тураһында мин бәләкәйҙән үк уйлана башлағайным. Уҡытыусы, юрист булыу теләге лә бар ине, әммә үҙемде асыҡ ҡына ниндәйҙер өлкәлә күҙ алдына килтерә алмай йонсоном.Ошо укытыусының тырышлығы,һәр ваҡыт кәрәкле һүҙҙәр табыуы, беҙгә күңелгә йылылыҡ биреүе,ярҙам итеүе арҡылы ,миң уҡытыусы һөнәрен һайланым . Ер йөҙөндә иң файҙалы, кәрәкле кеше уҡытыусы икәнен аңланым .Мин ошондай уҡытыусылар алдында баш эйәм,
ҙур рәхмәтемде белдерәм. Хәҙерге заманда , уҡыусыларын ҙур бейеклектәргә күтәреүсе уҡытыусылар эшләүе бик һөйөндөргөс хәл.
Айгөл Малик ҡыҙы беҙҙе үҙ балалары кеүек күреп бар күңел йылыһын һалып йырларға, бейергә өйрәтте, кәңәштәрен бирҙе. Минең өсөн һәр яҡлап үрнәк булды. Әле лә уның менән бәйләнеш өҙөлмәгән, ҡайт...